10 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2009 йыл, 11:46

Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауға 200 миллион һумдан ашыу бүленде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары сираттағы сәсеү кампанияһын үткәреүгә әҙерләнә. Орлоҡ материалы билдәле бер кондицияға еткерелә. Техниканы ремонтлау әүҙем алып барыла. Республикала ауыл хужалығы машиналарын техник хеҙмәтләндереүҙең производство инфраструктураһы һаҡланған. Уны 33 муниципаль ремонт предприятиеһы башҡара.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылдың 10 айында техниканы ремонтлау буйынса ремонт предприятиелары башҡарған эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙең дөйөм күләме 200 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Был былтырғы кимәлдән 20 миллион һумға күберәк.

Ремонт предприятиелары модернизациялауҙың яңы технологияларын үҙләштерә. Был, башлыса, мал аҙығы культураларын урып йыйыу техникаһына ҡағыла. Республика лизингы средстволары иҫәбенә махсус ремонт предприятиеларында ҡеүәтле тракторҙарҙың һәм “ДОН” иген йыйыу комбайндарының мотор ҡоролмаларын яңы – “ЯМЗ” техникаһы мотор ҡоролмаларына алмаштырыу юлы менән яңыртыу үткәрелә.

Дәүләт ярҙамының был формаһы файҙаланыуҙағы туҙған һәм иҫкергән машиналарҙың техник кимәлен ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирә.