2 декабрь, Йома

21 декабрь 2009 йыл, 11:19

Яңы йыл байрамдарында ҡайһы бер авиарейстар булмаясаҡ

автор: Любовь Колоколова

Яңы йыл байрамдары ваҡытында “Өфө” Халыҡ-ара аэропортынан рейс яһаусы авиакомпанияларҙың күбеһе ғәмәлдәге расписаниеға төҙәтмәләр индерергә ҡарар итте. Был оҙайлы ял ваҡытында пассажирҙар ағымының кәмеүе менән бәйләнгән.

Мәҫәлән, яңы йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем ҡайһы бер регуляр, чартер һәм вахта рейстары булмаясаҡ. Атап әйткәндә, Өфөнән Мәскәүгә осоштар аҙыраҡ буласаҡ, Ташкент, Ҡазан, Когалым, Сургут, Нижневартовск, Норильск һәм башҡа йүнәлештәр буйынса рейстар ваҡытлыса туҡтатыла.

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Яңы йыл көндәрендә авиатранспорт менән файҙаланырға теләүселәргә аэропорт сайтын да осоштар расписаниеһын иғтибарлы күҙәтеп барырға һәм бөтә һорауҙар менән 2-295-295 телефоны буйынса белешмә бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр.