7 декабрь, Шаршамбы

21 декабрь 2009 йыл, 10:58

Профсоюздар балаларға 300 меңдән ашыу бүләк әҙерләне

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республика профсоюз ойошмалары үҙ ағзаларының балалары өсөн Яңы йылға 300 меңдән ашыу бүләк әҙерләне. Бынан тыш, БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡышҡы каникулдар ваҡытында Яңы йыл утренниктары, шыршы эргәһендә театрлаштырылған тамашалар, өлкән класс уҡыусылары, эшсе һәм студент йәштәр өсөн ял кисәләре ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, БР Профсоюздар федерацияһы тарафынан ғына 29 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ике балалар утреннигы үткәреләсәк. 1000-дән ашыу бала бында тәмле бүләктәр аласаҡ һәм “Том Сойер” спектакль-балетын ҡараясаҡ. Дөйөм алғанда, республика профсоюз ойошмалары 10 мең самаһы балаға Яңы йыл тамашалары үткәрәсәк.

темалар: профсоюздар