10 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2009 йыл, 10:42

Балаларҙың йәйге ялын финанслауҙы тикшерҙеләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов үткәргән социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында 2010 йылда балаларҙың йәйге ялын финанслау мәсьәләләре тикшерелде.

Көн тәртибенә сығарылған проблеманың киҫкенлеге 2010 йылдан Рәсәй Социаль страховкалау фондының балаларҙың йәйге ялын финанслауҙан ситләтелеүе менән бәйләнгән. Хәҙер был маҡсаттарға средстволарҙы төбәктәргә үҙ аллы эҙләп табырға тура киләсәк.

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванованың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарына путевкалар һатып алыуға аҡсалата средстволар хәҙер ойошмалар, профсоюздар средстволары, ата-әсәләр взностары һәм республика бюджеты иҫәбенә тупланасаҡ. Бында Башҡортостан 2010 йылда балаларҙы сәләмәтләндереүгә төбәк бюджетынан 2009 йылда федераль бюджеттан бүленгән тиклем сумма бүлергә ҡарар иткән бик аҙ төбәктәр иҫәбенә инде. Шулай итеп, бөгөн БР бюджетында был маҡсаттарға 2010 йылға 636,3 миллион һум аҡса һалынды.

2010 йылға бүленгән 636,3 миллион һумдан тыш, беҙҙең республикала төбәк балалар ялы программаларын: «Башҡортостан Республикаһы балалары» президент программаһын, «Балиғ булмаған балаларҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарын иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһын, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың ялы һәм һәм уларҙы сәләмәтләндереү программаһын финанслау дауам иттереләсәк. Муниципаль бюджеттар ҡатнашыуын иҫәпкә алып, был программаларға бүленгән сумма 200 миллион һумдан ашып китәсәк.

— Бөгөн был программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыу бик ҙур әһәмиәткә эйә, — тип иҫәпләй Ленара Иванова, — сөнки Башҡортостан балаларының 43 процентҡа яҡыны бөгөн ауыр хәлдә  һәм дәүләт ярҙамына мохтаж.

темалар: БР хөкүмәте