4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2009 йыл, 14:15

Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Именлек органдарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһының Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым бер урын биләй, ҡатмарлы дәүләт мәсьәләләрен хәл итә. Бөгөн дә уның эшмәкәрлеге һис шикһеҙ кәрәкле. Былар – террористик янауҙарға ҡаршы тороу, сәйәси һәм дини экстремизмға сик ҡуйыу, сит ил махсус хеҙмәттәренең разведка акцияларын нейтралләштереү, коррупцияны тамырынан бөтөрөү, наркобизнесҡа һәм ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һәм башҡалар. Һеҙҙең эшегеҙҙең һөҙөмтәләрен, Рәсәй милли мәнфәғәттәрен яҡлауҙың йоғонтоло дәүләт ҡоралы булараҡ, именлек органдарының һөҙөмтәлелеге асыҡ раҫлай.

Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт компетентлығы, юғары яуаплылығы һәм ҡыйыулығы менән айырылып торҙо. Һеҙҙең үҙ антығыҙға һәм профессиональ бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ киләсәктә лә йәмғиәттә тотороҡлолоҡто, граждандарҙың именлеген һәм тыныслығын һаҡлау гаранты булып торор, илдең һәм уның төбәктәренең үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.

Күп көсөн һәм энергияһын еңелдән булмаған чекист хеҙмәтенә һалған именлек органдары ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, Ватанға хеҙмәт итеү кеүек изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.