4 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2009 йыл, 16:10

Хөрмәтулла Үтәшев 50 йәшен билдәләйәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Был айҡанлы ижади кисә 19 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтәсәк.

Артист үҙенең түңәрәк датаһын ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Мәҫәлән, быйыл Хөрмәтулла Ғаззали улы Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы саҡырыуы буйынса Рәсәйҙең иң абруйлы театр фестивале – “Алтын битлек” милли театр премияһы жюрийы ағзаһы булып эшләне. Бынан тыш, быйыл яҙ “Сыңғыҙ Хан сере” («Тайна Чингис Хаана») фильмының Бөтә Рәсәй премьераһы уңышлы үтте, унда актер Сыңғыҙ хандың дошманы – Тайан-хан ролен башҡарҙы.

Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисәнең беренсе өлөшөндә Хөрмәтулла Үтәшев тамашасыларға үҙенсәлекле моноспектакль – Зәйнәб Биишеваның “Салауаттың һуңғы монологы” поэмаһын тәҡдим итәсәк. Икенсе өлөшөндә коллегаларының, уның ижадын яратыусыларҙың ҡотлауҙары урын аласаҡ.