5 декабрь, Дүшәмбе

18 декабрь 2009 йыл, 14:10

Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын тантаналы ябырға әҙерләнәләр

автор: Эльмира Сабирова

21 декабрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын ябыу тантанаһы үткәреләсәк.

Сарала республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәштәр бүлектәре начальниктары, төп предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашасаҡ.

Сара сиктәрендә торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, үҫеп килеүсе быуындың буш ваҡытын ойоштороу һәм уның ижади һәләттәрен үҫтереү, хеҙмәтсән һәм ауыл йәштәре менән эшләү, волонтерлыҡты, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген үҫтереү өлкәләрендә иң яҡшыларҙан яҡшылар бүләкләнәсәк. Ошонда уҡ предприятиеларҙа һәм ауыл биләмәләрендә йәштәр менән эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

темалар: йәштәр