10 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2009 йыл, 14:06

БДПУ-ның Педагогика институты директоры Рәсәй мәғариф академияһы ағза –корреспонденты итеп һайланды

автор: Элмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  Педагогика  институты директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Әлфис Ғаязов Рәсәй мәғариф академияһының мәғариф философияһы һәм теоретик педагогикаһы бүлеге буйынса  ағза–корреспонденты  итеп һайланды.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, заманса  мәғариф үҫеше алымдарына арналған 15 китап авторы, үҙенең коллегалары менән республика һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы мәғарифы үҫеше буйынса бер нисә программалар  төҙөп, милли мәғариф мәсьәләләренән ситтә ҡалмай.

Әлфис Ғаязов һәм уның педагогика кафедраһы буйынса иптәштәре  Өфө мәктәптәрендә эшләп килгән эксперимент майҙансыҡтарҙың  етәкселәре булып тора. Мәғариф интеграцияһы мәсьәләләре буйынса  тикшереүҙәр  өсөн Педагогика институты дүрт миллион кимәлендә федераль грантҡа лайыҡ булды.

Профессор Ғаязов етәкселегендә алты доктор һәм 50 кандидатлыҡ  диссертациялары яҡланды. Бынан тыш, ул -  өс шиғыр йыйынтығы авторы, лирика  һәм балалар өсөн шиғырҙар китабын нәшер итергә әҙерләй.  

темалар: Мәғариф