9 декабрь, Йома

18 декабрь 2009 йыл, 13:09

Иртәгә баш ҡалала ит йәрминкәләре үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Алдағы ял көндәрендә ауыл халҡы тағы ла Яңы йыл алды ауыл хужалығы ит йәрминкәләренә үҙ продукцияһын килтерәсәк. Был юлы улар баш ҡаланың 10 майҙанында үтәсәк. Йәрминкәлә ҡатнашыуға 15-тән ашыу район вәкилдәре заявка бирҙе. Кушнаренко районы аграрийҙары баш ҡалаға килтереүгә тотош ылау әҙерләгән. Ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләр үткәреү урындары элеккесә ҡаласаҡ.

Ауыл хужалығы продукцияһы менән бөтәһе 500 самаһы машина килеүе көтөлә.