6 декабрь, Шишәмбе

18 декабрь 2009 йыл, 12:29

Ғалимдар иң мөһим тамаларҙы күтәрәсәк

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2010 йылда фәнни саралар: конференция, симпозиум, семинар һәм күргәҙмәләр үткәреү планын раҫланы.

Киләһе йылда БР Фәндәр академияһы – 27, БР Мәғариф министрлығы 37 фәнни сара үткәрергә планлаштыра.

Республика ғалимдары һәм ҡунаҡтары мәғариф, йәмғиәттең социаль сәләмәтлеге һәм агросәнәғәт производствоһының мөһим проблемаларынан тыш, йәштәр сәйәсәте, сервис перспективаларын, экологик проблемаларҙы хәл итеү юлдарын ҡараясаҡ.

БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, күренекле төркиәтсе һәм сәйәсмән Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллығы, Башҡорт дәүләт аграр университетының 80 йыллығы, 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы кеүек юбилей даталарына ҡарата халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреләсәк.