6 декабрь, Шишәмбе

18 декабрь 2009 йыл, 11:32

Башҡортостанда Бәләкәй дәүләт идара итеү академияһы асылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда Бәләкәй дәүләт идара итеү академияһы асылды. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота инициативһы буйынса һәм Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамында асылған академия Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә эшләйәсәк. Республика юғары уҡыу йорттарының 30 студенты уның тәүге тыңлаусылары буласаҡ.

Асыу тантанаһында БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Зәки Насиров, БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов ҡатнашты.

Үҙ һөнәре итеп дәүләт идара итеүен һайлаған студенттарҙы әҙерләүгә йүнәлтелгән тәүге бындай уҡыу йорттары 2006 йылда Түбәнге Новгородта һәм Пермдә барлыҡҡа килде, һәм хәҙер улар Волга буйы федераль округының бөтә 14 субъектында ла эшләй. Әйткәндәй, Бәләкәй дәүләт идара итеү академияһының 150 тыңлаусыһы дәүләт идаралығы органдарында эшләргә саҡырыу алды. Волга буйы федераль округының Бәләкәй дәүләт идара итеү академияһын тамамлаусы 500-гә яҡын кеше 2009 йыл йомғаҡтары буйынса федераль кадрҙар резервына индерелде лә инде.

БР буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, хәҙер власть органдарына йәш, дәртле, профессиональ кадрҙар бик тә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙгә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә һәм башҡа бөтә йүнәлештәр буйынса ла белемле идарасылар кәрәк, — тине Петр Николаевич.

Ул БР Президентына был проектты яҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Һүҙен йомғаҡлап, Петр Капишников академия тыңлаусыларына РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

— Бәләкәй идара итеү академияһы — бөгөн Волга буйы федераль округында эшләгән бик етди проект, — тине БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев. – Беҙҙә бөтә тармаҡтар буйынса белгестәр әҙерләгән вуздар бар, Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙәге кеүек идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте академиялары бар. Әммә беҙгә урындарҙа эшләгән тәғәйен практиктар етешмәй. Сифатлы, профессиональ, һөҙөмтәле идара итеү өсөн белем генә түгел, профессиональ күнекмәләр ҙә мотлаҡ.

Йәштәр ике йыл буйына белем аласаҡ, практиканы дәүләт власы органдарында үтәсәк. Уҡыу аҙағында уларға йомғаҡлау һынауы үтергә кәрәк буласаҡ. Был ҡала һәм төбәк тормошоноң актуаль мәсьәләләре буйынса индивидуаль проектты халыҡ алдында яҡлау, ижтимағи эшмәкәрлектәге һөҙөмтәләрен һәм шәхси ҡаҙаныштарын күрһәтеү, идара итеү процестарын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр булыуы мөмкин.

темалар: мәғариф