Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле 29 клуб һәм кафелар эшмәкәрлеген туҡтатты

Йәмғиәт

Өфө прокуратураһы кеше күмәк йыйылған 59 йортта тикшереү үткәрҙе. Ҡала прокуроры Рәмил Хәкимов хәбәр итеүенсә, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 58 йортта янғын хәүефһеҙлеге нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоуҙар асыҡланды, шуның менән бәйле прокурорҙар 91 административ эш ҡуҙғатты. Уларҙың 55-е —юридик шәхестәргә, 22 – вазифалы кешеләргә, 14 – шәхси эшҡыуарҙарға ҡарата.  

«29 йорттоң эшмәкәрлеге административ туҡтатылды. Улар араһында, атап әйткәндә, «Дуҫлык» рестораны, «Амакс» төнгө клубы, Ленин урамындағы «Макдоналдс», «Наутилус» клубы, «Правда» төнгө клубы һәм башҡалар», — тине Рәмил Әмир улы.

Күрһәтелгән йорттар етәкселәренә ҡарата закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 62 күрһәтмә бирелде; 30 кеше янғын хәүефһеҙлеге тураһында закондарҙы боҙоуға һәм пиротехниканы санкцияланмаған файҙаланыуға юл ҡуймау тураһында иҫкәртелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть