11 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2009 йыл, 17:54

“Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм йәштәр” иң яҡшы социаль рекламаға конкурсына йомғаҡ яһайҙар

автор: Елена Макушина

18 декабрҙә Өфө Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан иғлан ителгән сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы социаль рекламаға “Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм йәштәр” Республика конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы үткәрелә. Конкурс Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына ярашлы ойошторолдо.

20 октябрҙән юғары, урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәптәр уҡыусылары ошо темаға социаль реклама ижад иттеләр.

«Фармстандарт-ӨфөВита» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Өфө һөт агросәнәғәте” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ( «Вимм-Билль-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы), Республика врач-физкультура диспансеры, «БР юғары шәфҡәт туташы, урта медицина һәм фармацевтика белемле белгестәрҙең профессиональ ассоциацияһы" Төбәк йәмәғәт ойошмаһы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге конкурстың рәсми бағыусылары булды.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында (www.mzrb.ru) ҡатнашыусылар өсөн үҙ тауыштарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.