9 декабрь, Йома

17 декабрь 2009 йыл, 17:22

Башҡортостан предприятиелары ХХI быуат Сифат билдәһенә дәғүә итә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан предприятиелары «Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе» XXII Халыҡ-ара күргәҙмәһенең (конкурсының) юғары наградаларына дәғүә итә.

Күргәҙмә был көндәрҙә Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 69-сы павильонында, үтә. Ул юғары сифатлы тауарҙарҙы, хеҙмәтләндереүҙәрҙе һәм алдынғы технологияларҙы эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа үткәреүгә йүнәлтелгән шул уҡ исемдәге милли программаның бер өлөшө булып тора.

«Бөтә Рәсәй маркаһы»нда иң яҡшы продукция ХХI быуат Сифат билдәһе менән билдәләнә, ул дүрт дәрәжәгә эйә: Бронза, Көмөш, Алтын һәм Платина. Башҡортостан Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл сифат билдәһенә Башҡортостандың химия, нефтехимия, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары дәғүә итә.