3 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2009 йыл, 16:50

4604 ғаилә әсәлек капиталын торлаҡ кредитын ҡаплауға файҙаланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөнгө көнгә республикабыҙҙан 4604 ғаилә әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ кредиттарын ҡаплауға йүнәлтергә ҡарар итте. Дөйөм алғанда, был 1,2 миллиард һум, тип хәбәр иттеләр Рәсәй  Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, әсәлек капиталы средстволарынан 12 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособиелар биреүгә 57 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителде, ғаиләләр уларҙы көндәлек ихтыяждарына тотона ала. 51176 ғаилә бындай түләүҙе алды ла инде.

Һуңғы сара ваҡытлыса характерҙа. 2007 йылдың 1 ғинуарынан 2009 йылдың 30 сентябренә тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ алған ғаиләләр бер тапҡыр түләнә торған пособие алыуға ғаризаны  2009 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса бирергә тейеш.  Әгәр хоҡуҡ 2009 йылдың 1 октябренән 2009 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған осраҡта – 2010 йылдың 31 мартынан да һуңға ҡалмайынса. Үҙең менән паспорт, әсәлек капиталына сертификат һәм иҫәп реквизиттары тураһында банк белешмәһе килтереү етә, ике ай эсендә 12 мең һум аҡса һеҙҙең иҫәпкә күсереләсәк.

2009 йылда республикала әсәлек капиталына 27,3 мең сертификат бирелде, был 2008 йылдың ошо уҡ осорондағынан 1,3 тапҡырға күберәк. 2007 йылдың башынан алып бөгөнгә тиклем иһә бөтәһе 67449 сертификат бирелде.