Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Ҡайтанан “телефон аша” мутлашыусылар әүҙемләште

Йәмғиәт

Өфөлә тағы ла “телефон аша” мутлашыусылар һаны артты. Яуыздарҙың “ҡапҡаны”на элеккесә өлкән йәштәгеләр эләгә. Уларға балалары йәки яҡын туғандары булып шылтыраталар ҙа, яуаплылыҡтан йәки ниндәйҙар енәйәттән йолоп алып ҡалыу өсөн аҡса таптыралар.

Мәҫәлән, күптән түгел ике пенсионер, шылтыратыусыларға ышанып, уларға 80-шәр мең һум аҡса тоттороп ебәрәләр. Икенсе берәүһе иһә банк бүлексәһе аша таныш булмаған кешеләр исеменә 200 мең һум аҡса күсерә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, аферистар йыш ҡына өй телефонына шылтырата, ә кеҫә телефонына sms-хәбәрҙәр ебәрә. Быйыл Өфөлә бер нисә тиҫтә ошондай осраҡ теркәлде.

— Әгәр һеҙгә ошондай хәбәр менән шылтыратһалар, албырғап ҡалмағыҙ, — тип аңлаттылар матбуғат хеҙмәтендә. – Башта туғандарығыҙға үҙегеҙ шылтыратып, айышына төшөнөгөҙ ҙә, һуңынан мотлаҡ был мутлыҡ хаҡында милицияға хәбәр итегеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть