10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2009 йыл, 14:15

Рәсәй-Италия эшсе төркөмөнөң XV ултырышы үткәрелде

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың эшлекле даирәләр делегацияһы сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес буйынса Рәсәй-Италия эшсе төркөмөнөң XV ултырышында ҡатнашты.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов етәкселегендәге делегацияға «УАИ»Хужалыҡ иҫәбендәге ижади үҙәге, Өфө дәүләт авиация техник университеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, “Рәсәй терәге” Башҡортостан бүлексәһе етәкселәре һәм башҡалар инде.

Ултырышта Рәсәй яғынан РФ иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина һәм Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәге вәкилдәре ҡатнашты.

Эшсе төркөм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.

Ултырыш сиктәрендә нанотехнологиялар, ағас һәм металл эшкәртеү, логистика, экология, энергетика, банк секторы проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде. Эшсе төркөм ағзалары технопарктарға барҙы, унда Италияла бәләкәй бизнесты ойоштороу тәжрибәһе менән танышты.