Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика таможняһы тарафынан федераль бюджетҡа 11 миллиард һум аҡса күсерелде

Иҡтисад

Йыл башынан алып Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 11 050 миллион һум таможня түләүҙәре күсерҙе.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был һөҙөмтәгә Башҡортостан предприятиеларының тырышып эшләүе арҡаһында өлгәшелде. Улар, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барыуын һәм үҫтереүен дауам итте.

Республиканың 2009 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарындағы тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең таможня статистикаһына ингән тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 38 процентҡа кәмене һәм 2 402 миллион доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт — 37%, импорт 40 процентҡа кәмене. Республикала тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 157-гә кәмене һәм 767 тәшкил итте.

Республиканың тышҡы сауҙа географияһы һаҡланды. Төбәк предприятиелары донъяның 94 илендә партнерҙар менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр тотто. Сауҙа операцияларының 70 проценттан ашыуы алыҫ сит илдәргә тура килде. Республикала етештерелгән тауарҙарҙың иң күбе Ҡаҙағстанға, Нидерландтарға, Һиндостанға, Латвияға, Ҡытайға, Финляндияға сығарылды. Украинанан, Германиянан, Ҡытайҙан, Үзбәкстандан тауарҙар индереү өҫтөнлөк итте.

Теги: таможня
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть