7 декабрь, Шаршамбы

17 декабрь 2009 йыл, 12:46

«Милли сәйәсәт һәм традицион халыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара конференцияһы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының йыйылыштар залында «Милли сәйәсәт һәм традицион халыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эшләй башланы. Был сара “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы тарафынан ойошторолдо.

Конференцияла дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостандың милли-мәҙәни йәмәғәт берләшмәләре һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре, Рәсәй Федерацияһының 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Финляндиянан ғалимдар ҡатнаша.

Форумда  БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнаша.

Конференцияның төп маҡсаты – традицион мәҙәниәттәрҙе һәм телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү ысулдарын эҙләү.

Конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты  Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен Сергей Лаврентьев уҡып ишеттерҙе.            

«Башҡортостанда йөҙҙән ашыу этностың дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм туғандарса хеҙмәттәшлек шарттары булдырыуға йүнәлтелгән дәүләт милли-мәҙәни сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса бай тәжрибә тупланған, — тиелә Президент ҡотлауында. – Беҙҙә үҫешкән норматив-хоҡуҡи база булдырылған, ярашлы маҡсатлы программалар тормошҡа ашырыла. Республика халыҡтары ассамблеяһы, милли-мәҙәни берләшмәләр, тарихи-мәҙәни үҙәктәр һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто эшләй. Улар бик күп бына тигән халыҡ-ара фестивалдәр, конкурстар һәм мәҙәни мираҫты, милли рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итеүсе башҡа саралар үткәрә.

Конференция  материалдары һәм рекомендациялары бөтә был күп яҡлы эште артабан камиллаштырыу өсөн файҙалы булыр, тип ышанам. Форумда ҡатнашыусыларға һаулыҡ һәм бәхет, билдәләнгән проблемаларҙы уңышлы тикшереүегеҙҙе һәм ҙур ижади уңыштар теләйем!»

Конференция программаһы менән секция ултырыштары үткәреү планлаштырылған. Һуңынан конференция йомғаҡтары буйынса ғилми эштәр йыйынтығы баҫып сығарыласаҡ.