9 декабрь, Йома

17 декабрь 2009 йыл, 11:47

Башҡортостанда йәмәғәт урман инспекцияһы ойошторолдо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала йәмәғәт урман инспекцияһы эшләй башланы. Был турала положениены БР Урман хужалығы министрлығы раҫланы.

Йәмәғәт башланғысындағы яңы инспекция урман закондарын боҙоуҙарға ҡаршы көрәшәсәк. Тәбиғәт байлығын һаҡлауға битараф булмаған йәштәр урман инспекцияһында үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ. Бының өсөн эшләгән, уҡыған урындан, йәмәғәт һәм башҡа ойошмаларҙан рекомендациялар булыуы кәрәк. Урман инспекторҙарына кандидаттарҙы БР урман хужалығы министры урынбаҫары раҫлай, бынан һуң билдәләнгән өлгөләге танытма бирелә.

Республика райондарында йәмәғәт урман инспекторҙары дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүенең ярашлы лесничество буйынса бүлеге начальнигы етәкселегендә йәмәғәт урман инспекторҙарының тәүге коллективына берләшә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙарға талаптар юғары. Иң элек, улар урман ҡануниәте ҡағиҙәләрен һәм нормаларын белергә һәм күҙәтергә, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт һәм урман ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандаларға тейеш.

Кәрәк саҡта йәмәғәт инспекторҙары дәүләт инспекторҙарына урман закондарын боҙоусыларҙы тотоуҙа ярҙам күрһәтәсәк, ағастың законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймау маҡсатында берлектәге рейдтарҙа ҡатнашасаҡ.

Беренселәрҙән булып йәмәғәт урман инспекторы статусын «Башҡортостандың йәш урмансылары» Республика йәштәр ойошмаһы активистары аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығында йәмәғәт урман инспекторы вазифаһына дәғүә итеүселәрҙән бөтә ғаризаларҙы ҡарарға әҙерҙәр.