11 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2009 йыл, 9:27

«Полиэф»ҡа бөтә юғалтыуҙарҙың 13 проценты тура килә

автор: Эльвира Латипова

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә юғалтыуҙар 2008 йылда миллиард ярымдан 1,6 миллиард һумға тиклем артты.

Дүртөйлөлә үткән зона кәңәшмәһендә иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Марат Минасов хәбәр итеүенсә, республикалағы бөтә юғалтыуҙарҙың 13 проценты «Полиэф»ҡа тура килә.

Полиэфир комплексындағы хәлгә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев аңлатма бирҙе:

— Унда артыҡ ҙур проблемалар юҡ. Предприятиеның үҙенең ағымдағы эшмәкәрлеге – зыянһыҙ. Ул килем килтерә. Ҡасандыр предприятиены республика финанслай ине, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов уға ныҡ ярҙам итте. Республика бюджетынан уға 7,5 миллиард һум аҡса тотонолдо. Ләкин эштәрҙе тамамлау һәм тәүге продукция алыу өсөн тағы кәмендә һигеҙ миллиард һум аҡса талап ителде. Был аҡсалар кредит учреждениеларынан алынды. Тимәк, бөгөн предприятиеның төп эшмәкәрлегенә бурыстар өҫтәлә. Бөгөн беҙ акционерҙар менән бергә был предприятиены «таҙартыу» менән шөғөлләнәбеҙ, төп эшмәкәрлеккә ҡамасауламаһындар өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ.

«Полиэф»та, заем средстволарының бер өлөшө сит ил валютаһында алынғайны, тип хәбәр иттеләр. Финанс көрсөгө эҙемтәһендә барлыҡҡа килгән курс айырмаһы бурыс йөкләмәләренең артыуына килтерҙе.