Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Дүртөйлөләр һөттө ультрапастеризациялау технологияһын үҙләштерҙе

Иҡтисад

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Дүртөйлө һөт продукттары комбинатында ультрапастеризацияланған һөт етештереү буйынса яңы цехтың эше менән танышты.

Яңы производствоны ойоштороуға 50 миллион һум аҡса һалынды. Предприятие директоры Рәйес Ғәлиев хәбәр итеүенсә, ультрапастеризациялау сеймалды 139 градус температурала эшкәртеүҙе аңлата. Бындай һөт ярты йыл буйына яҡшы сифатлы көйөнсә һаҡланасаҡ.

2009 йылда Дүртөйлө комбинатында бөтәһе 40 мең тонна һөт эшкәртеләсәк. Бында ҡоро майһыҙландырылған һөт, төрлө ҡуйылыҡтағы аҡ май һәм башҡа продукттар етештерәләр.

Бер нисә йыл элек комбинат сифат менеджменты системаһының ИСО халыҡ-ара стандарттарына тап килеү сертификаты алғайны. Шулай уҡ етештереү процесының ХАССП стандарттарына тап килеүе лә раҫланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть