6 декабрь, Шишәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 17:33

Туғыҙ район малсылары юғары һауым алыуға өлгәште

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың туғыҙ районында йыл башынан алып дүрт мең килограмдан ашыу һөт һауып алыуға өлгәштеләр.

БР Ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һөт етештереү буйынса Ауырғазы районы алда бара. Һәр һыйырҙан бында 4983-әр килограмм һөт һауып алғандар — былтырғынан 127 килограмға күберәк. Район буйынса тулайым һауым 28026 тонна тәшкил иткән, был 2008 йыл кимәленән 1212 тоннаға юғары, шул иҫәптән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 2675 тонна.

Өфө районы малсылары ауырғазыларҙан бик аҙға ғына ҡалыша. Һәр һыйырҙан һауым бында 4862 килограмм тәшкил иткән.

Был райондар аграрийҙары быйылғы йылды һауым буйынса биш меңлек рубежды аша атлап тамамларға тейеш.

Шулай уҡ Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Учалы, Дүртөйлө, Туймазы, Саҡмағош райондары малсылары ла алдынғылар иҫәбендә. Был райондар эшсәндәре йыл башынан алып һәр һыйырҙан дүрт мең килограмдан ашыу һөт һауып алған.