Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

2010 йылдың 14 мартында республикала 59 һайлау кампанияһы үтәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнөндә — 2010 йылдың 14 мартында үтәсәк һайлауҙарҙы тәғәйенләү тамамланды. Был көндө республика территорияһында төрлө кимәлдәге вәкәләтле органдарға өҫтәмә һайлауҙар үткәреләсәк.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе йыл 14 мартта Башҡортостанда, дөйөм алғанда, 59 һайлау кампанияһы үтәсәк, унда 72 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Улар иҫәбендә — өс бер мандатлы һайлау округы – Төньяҡ (33-сө), Көньяҡ (49-сы) һәм Мәләүез (50-се) – буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау; Салауат, Сибай, Ишембай, Яңауыл Советтары, шулай уҡ ҡайһы бер муниципаль райондар депутаттарын өҫтәмә һайлау. Һайлауҙарҙа республиканың 203 меңдән ашыу һайлаусыһы ҡатнашасаҡ.

Рәсәйҙә 14 мартта Иркутск, Краснодар, Дондағы Ростов, Ульяновск, Элиста мэрҙарын; Астрахань, Воронеж, Иваново, Липецк, Новосибирск, Смоленск, Тула, Ульяновск ҡала закондар сығарыу йыйылыштары депутаттарын; Алтай Республикаһы, Хабаровск крайы, Воронеж, Калуга, Ҡурған, Рязань, Свердловск өлкәләре, Ямал-Ненец автономиялы округы төбәк парламенты депутаттарын һайлаясаҡтар.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть