3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 16:09

Куйбышев тимер юлы начальнигы менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

16 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында республикала ҡала эргәһе пассажир ташыуҙарҙы ойоштороу һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Ҡала эргәһе пассажир ташыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн 2010 йылда "Башҡортостан ҡала эргәһе пассажир компанияһы" ойоштороласаҡ. Бындай компаниялар РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған тимер юл транспорты структураһын реформалаштырыу программаһы сиктәрендә Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә ойошторола. Республика Президентына Сергей Кобзев хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ҡала эргәһе компанияһы эшен башлау өсөн бөтә нәмә әҙер.

— Беҙ Башҡортостан менән тимер юл араһында 2010 йылға ҡала эргәһе пассажирҙар ташыуға контрактҡа ҡул ҡуйырға әҙербеҙ, — тине Сергей Кобзев.

Шулай уҡ “Өфө” тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау мәсьәләләре тикшерелде. Мортаза Рәхимов фекеренсә, комплекс төҙөлөшө проблемаһын тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды, һәм был етди борсолоу тыуҙыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

— Вокзал — ул Башҡортостандың визит карточкаһы, һәм төҙөлөштө тамамлауға бөтә көстө һалырға кәрәк. Үҙ ваҡытында республика, бюджеттан миллиард ярым һумдан ашыу аҡса бүлеп, Өфө вокзалын реконструкциялауҙы финанслау буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәне. Хәҙер бөтәһе лә “Рәсәй тимер юлдары” компанияһына бәйләнгән, мөһим объект төҙөлөшөн тамамлау өсөн финанс яғынан ул да яуаплы, — тине Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республика төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников ҡатнашты.