11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 15:13

Республикала Уҡытыусылар йылын тантаналы асырға әҙерләнәләр

автор: Эльмира Сабирова

2010 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусылар йылы тип иғлан ителде. РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Указы буйынса ул уҡытыусыларҙың ижади һәм профессиональ ҡеүәтен үҫтереү, был һөнәрҙең социаль абруйын күтәреү маҡсаттарында үткәреләсәк.

Өфөлә,  М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йыйылыштар залында, 18 декабрҙә тематик йылды асыу тантанаһы үткәрелә.

Рәсми асҡандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының, Комаров исемендәге ҡала Балалар ижады йортоноң бейеү коллективтары һәм вокаль ансамблдәре, “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле ҡатнашлығында байрам концерты үткәрелә.

Уҡытыусылар йылы барышында төбәктә профессиональ оҫталыҡ конкурстары, педагогтарҙың эшмәкәрлеген асып биреүсе эштәр күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ БР Уҡытыусылар съезын һәм “Йылы мәктәп” республика акцияһын үткәреү күҙ уңында тотола, уның сиктәрендә 100-ҙән ашыу база мәктәбен капиталь ремонтлау планлаштырыла. Һөҙөмтәлә кәмендә 15 мең балаға уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ.

темалар: мәғариф