10 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 14:43

19 декабрҙә Нижневартовскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көнө үтәсәк

автор: Марина Шумилова

19 декабрҙә Нижневартовскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көнө үткәреләсәк. Традиция буйынса милли байрамды ҡаланың “Дуҫлыҡ” мәҙәни-ағартыу йәмғиәте” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәге ойоштора.

Нижневартовскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көнө инде туғыҙынсы йыл үткәрелә. Башҡорттар — ҡалала иң күп һанлы милли диаспораларҙың береһе (40 мең кеше). Төньяҡта йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Башҡортостан менән бәйләнешен өҙмәгән, туған телен өйрәнеп, милли традицияларын, мәҙәниәтен яҡлап, үҙ милли тамырҙарын һаҡларға ынтыла. Мөҙәрис Мәжитов етәкселегендәге "Дуслык" мәҙәни-ағартыу йәмғиәте базаһында йәкшәмбе башҡорт мәктәбе һәм “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле эшләп килә.

Шәмбе көнө Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә башҡорт мәҙәниәте байрам фестивале үткәрелә, унда Сургут, Лянтор, Радужныйҙан башҡорт ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Бында башҡорт моңо, башҡорт йырҙары яңғыраясаҡ, халыҡ бейеүҙәре башҡарыласаҡ. Башҡорт йолаһы буйынса йыйыштырылған тирмә, шулай уҡ башҡорт көнкүреше һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре фестивалгә милли колорит өҫтәйәсәк.