Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ төҙөлөшө фонды торлаҡҡа хаҡтарҙы кәметте

Иҡтисад

«Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы, күсемһеҙ милек баҙарында финанс көрсөгө менән бәйле үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, республика ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар һатып алыуға хаҡтарҙы ярайһы уҡ төшөрҙө.

Мәҫәлән, Нефтекамала торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы хәҙер  22 мең һум (бынан алдағы хаҡ һәр «квадрат» өсөн 26 мең һум ине), Туймазыла – 21,6 мең һум (элекке хаҡ – 25 мең һум), Учалыла 22 мең һум (элек 25 мең һум) күләмендә билдәләнде. Өфө районының Авдон ҡасабаһында торлаҡтың бер квадрат метры хәҙер 25 мең һум тора, ә элекке хаҡ 27 мең һум ине.

Өфө халҡы өсөн махсус рәүештә БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды “Йүрүҙән” (Йәшел сауҡалыҡ) микрорайонында торлаҡ һатып алыу буйынса уникаль тәҡдим әҙерләне — квадрат метрын 35 меңдән 38 мең һумға тиклем.

Ентеклерәк мәғлүмәт менән “БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһының www.gsfrb.ru сайтында йәки (347) 22-99-123, 272-93-90 телефондары аша танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть