11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 13:24

Өфөлә шыршы баҙарҙары асыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә шыршы баҙарҙары эшләй башлай. Баш ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 101 сауҙа нөктәһенә ярашлы рөхсәт бирелде. Урман йәрминкәләренең иң күбе – 26 –Совет районында урынлашасаҡ. Киров районында – 23, Октябрь – 16, Орджоникидзе – 13, Калинин – 11, Ленин – 8 һәм Дим районында 4 шыршы баҙары асасаҡтар.

Шыршы баҙарҙары билдәле бер ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк. Сауҙа территорияһы кәртәләп алынырға, матур итеп биҙәлергә һәм яҡтыртылырға тейеш. Мотлаҡ талаптар иҫәбендә — сауҙа ойошмаһының адресы менән вывеска, эш режимы тураһында мәғлүмәт, прайс-лист, янғын һүндереү саралары, урман сибәркәйҙәренең оҙонлоғон билдәләү өсөн үлсәү линейкаһы.

Әүҙем сауҙа 20 декабрҙән һуң, Яңы йыл байрамдарына яҡыныраҡ, йәйелдерелергә тейеш. Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика баш ҡалаһына урман хужалыҡтарынан кәмендә 10-15 мең шыршы килтерергә планлаштырыла. Хаҡтарға килгәндә, былтырғынан 10 процентҡа ҡиммәтерәк булһа булыр.

Башҡортостан баш ҡалаһында Яңы йыл уйынсыҡтары, яһалма шыршылар, балалар өсөн бүләктәр ноябрҙә үк һатыла башланы.