3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 12:26

Халыҡ иҫәбен алыуға 18 мең кеше йәлеп ителәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 18 мең кеше йәлеп ителәсәк. Был мөһим статистик сара киләһе йыл 14 октябрҙән 25-енә тиклем үткәреләсәк. Аныҡ дата рәсми раҫланмаған әле. Әҙерлек эше планға ярашлы алып барыла.

Өфөлә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек буйынса быйыл өсөнсө ведомство-ара кәңәшмә үтте. Уны Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары  Рөстәм Ғатауллин үткәрҙе. Республикабыҙҙа тораҡ пункттарындағы йорттар исемлектәре төҙөлгән, картографик материал аныҡланған да инде, тип хәбәр итте ул. Хәҙер 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең ойоштороу пландары төҙөлә.  

Рөстәм Ғатауллин, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышын яҡтыртыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк матбуғат хеҙмәте төҙөлә, журналистарҙы аккредитациялау буйынса мәғлүмәттәр йыйыла, тип хәбәр итте. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа башҡорт телендә иҫәп алыу символикаһы менән, шулай уҡ урындағы фотоматериалдарҙы файҙаланып баҫма продукция әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушылды. Бынан тыш, плакаттар, башҡа күргәҙмә агитация саралары әҙерләнәсәк.