Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Раил Сарбаев Дүртөйлөлә йорттарҙы капиталь ремонтлау сифатын баһаланы

Иҡтисад

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса Дүртөйлөлә ике йылда ун йорт ремонтланды. Дөйөм алғанда, был 13 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны, унда ике меңгә яҡын кеше йәшәй. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан бүленгән 90 миллион һум аҡса үҙләштерелде.

Торлаҡты капиталь ремонтлау сифатын Дүртөйлө буйлап эш сәфәрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев баһаланы. Был ҡалала төньяҡ-көнбайыш иҡтисади зонаның муниципаль райондары һәм ҡала округтарының социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәһе үткәрелде.

2009 йылға программа менән дүрт күп фатирлы йортто капиталь ремонтлау ҡаралғайны. Декабрь башына эштәр тамамланды. Йорттар тулыһынса ремонтланды. Ремонт сифаты – юғары.

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Рауил Дәүләтов хәбәр итеүенсә, киләһе йылға Фонд программаһында ҡатнашыуға Дүртөйлөлә 15 йорт әҙер. Документтар тәртипкә килтерелгән. Комиссияның ҡарары ғына көтөлә.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл тотош республика буйынса 539 йортта капиталь ремонт үткәрелде. Эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамларға тигән бурыс ҡуйылғайны. Бөтә ҡалалар һәм райондар уны үтәне. Әҙерлек – йөҙ процентҡа. Әлеге ваҡытта киләһе йылға программа әҙерләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть