4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 10:59

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты – “Ике тәгәрмәсле алтын арба” премияһы лауреаты

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты Рәсәй транспорт тармағының “Ике тәгәрмәсле алтын арба” бишенсе Милли йәмәғәт премияһы лауреаты булды. Был абруйлы тармаҡ наградаһын  предприятие “Рәсәй һауа транспорты лидеры” номинацияһында яуланы.

Премия «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ҡотошевҡа Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен хөрмәтләү тантанаһында тапшырылды.

Наградлау тантанаһы Рәсәй Транспорт министрлығының 200 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар комплексының финалы булды. Унда ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, шулай уҡ Төркиә, Финляндия, Швеция, Германия, Польша һәм БДБ илдәренең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илселәре һәм сауҙа вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Өфө» Халыҡ-ара аэропортының маркетинг бүлегендә.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, йыллыҡ эш йомғаҡтары буйынса абруйлы премия лауреаттарын эксперт советы билдәләй, уның составына транспорт өлкәһендәге танылған белгестәр инә. Премия Рәсәйҙә транспорт тармағын үҫтереүгә индергән айырым хеҙмәте өсөн бирелә.