4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2009 йыл, 10:27

Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын ябыу тантанаһы үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Календарь йыл әле тамамланмауға ҡарамаҫтан, Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт йортонда тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына йомғаҡ яһанылар. Йәштәр йылын ябыу тантанаһында йәштәр үҙҙәре генә түгел, шулай уҡ бизнес вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары һәм власть вәкилдәре, шул иҫәптән Өфө мэры Павел Качкаев та ҡатнашты.

Бынан тап бер йыл элек тематик йылды асыу хөрмәтенә байрам кисәһендә йәштәр башланғыстары-2009 йылъяҙмаһы кенәгәһен булдырырға ҡарар ителгәйне. Бөгөн, уҙған йылға ҡараш ташлап, тантанала ҡатнашыусылар уның бөтә ваҡиғаларын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө һәм төрлө өлкәләрҙә айырылып торғандарҙы билдәләп үтте.

Әйтергә кәрәк, баш ҡала йәштәренең ғорурланырлыҡ һәм һөйләрлек иҫтәлектәре күп. Мәҫәлән, Өфөнөң 141-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәноваға быйылғы йыл төрлө еңеүҙәргә бай булды. Күптән түгел генә ул Мәскәүҙән, өсөнсө Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класынан әйләнеп ҡайтты. Унда Башҡортостан уҡытыусыһы иң яҡшы туған тел уҡытыусыһы тип танылды. 12 йыллыҡ эш стажына эйә булған Гөлназ Әнүәр ҡыҙы быйыл үҙ һөнәри оҫталығын  күп тапҡырҙар иҫбатланы. Ул – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2009” район, ҡала һәм төбәк-ара конкурстары еңеүсеһе. Бынан тыш, ул “Педагог-тикшеренеүсе” ҡала конкурсында иң яҡшы тип танылды, Өфө хакимиәте башлығының “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереүгә һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн” грантына эйә булды.

Гөлназ Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙ эшеңде яратырға кәрәк.

Йәштәр йылының тағы ҡайһы ваҡиғаларын мөһим тип атарға мөмкин һуң? Йылъяҙма биттәрен асҡылап, быға бер төрлө генә яуап табырмын тимә. Барыһы ла мөһим кеүек.

Мәҫәлән, быйыл апрелдә Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағында йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. Был йәштәр парламентаризмын үҫтереүҙә тәүге “ҡарлуғастарҙың” береһе. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә баш ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының хеҙмәтсән йәштәре араһында “Иң яҡшыларҙан яҡшылар” конкурсы үткәрелде.

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй бейеү коллективтары һәм вокаль ансамблдәре бәйгеләрендә еңеүселәрҙең сығыштары сараға байрам биҙәге өҫтәне. “Йәш ғаилә-2009” ҡала конкурсында «Гран-при» яулаусы Өфөнәң Киров районынан Руслан һәм Рәзилә Шәйхетдиновтар тамашасыларҙы тағы бер тапҡыр үҙ сығыштары менән шатландырҙы.

Шулай ҙа йәш ғаиләләргә, тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләргә һәм балалар йорттарынан сығыусыларға фатир асҡыстары тапшырыу кисәнең төп кульминацияһы булып торҙо.

Улар араһында — ата-әсәһен юғалтҡан өс бер туған ҡыҙҙы тәрбиәгә алыусы Александр һәм Наталья Чувилиндар. Өлкәне Мария — инде вуз студенты, ә Даша һәм Люба мәктәптә уҡый.

Тағы бер ғаилә пары – Рөстәм һәм Эльвира Әхтәмовтар ҙа дүрт балаға бәхет бүләк иткән. Башта улар бәләкәй Тимурҙы, һуңынан Робертты уллыҡҡа ала, ә бер аҙҙан Изабель менән Светлананы ла тәрбиәгә алалар.

Был көндө күп балалы ата-әсәләр Гүзәл һәм Әлфир Насировтар ҙа фатир алыу бәхетенә эйә булды. 26 ноябрҙә уларҙың өс игеҙәк балаһы – Адель, Азалия һәм Артур тыуҙы.

Павел Качкаев шулай уҡ Вадим Казанбаевҡа, Регина  Кәримоваға, Михаил Никитинға һәм Игорь Понамаревҡа торлаҡ асҡыстары тапшырҙы. Улар барыһы ла — элек балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр.

Сара ҡунаҡтарын тәбрикләп, Павел Рюрикович, ҡалабыҙ йәш әле, унда йәшәүсе һәр дүртенсе кеше йәш өфөлө статусына эйә, тине.

Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тамамлана, ләкин был яңы еңеүҙәр, асыштар һәм ҡаҙаныштар булмаясаҡ, тигән һүҙ түгел. Йәштәр үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙы яҡшылыҡҡа ынтылыуҙа туҡтатып булмай.

темалар: йәштәр