Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.26 ↓

EUR 72.23 ↑

23 май, Шаршамбы

Уфа   °

Константин Толкачев Хөрмәт грамоталары тапшырҙы

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры Юрий Порошинға, «Газсервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Күскилдинға, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Лоҡмановаға һәм Ҡарлыхан ауыл участка дауаханаһы баш врачы Нәғим Ҡәйүмовҡа Хөрмәт грамоталары тапшырҙы. Уларҙың тәүге икәүһе – Дәүләт Йыйылышы депутаттары, һуңғыһы – Балаҡатай район Советы рәйесе.

Бүләкләнеүселәр, Башҡортостанға һәм уның халҡына хеҙмәт итеүҙә, республика бюджетын һаҡлау буйынса үҙ профессиональ һәм йәмәғәтселек бурыстарын тағы ла сифатлыраҡ үтәүгә бөтә көстәрен һаласаҡ, тип ышандырҙы.

автор: Николай Ермоленко
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть