5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2009 йыл, 17:31

Сәнәғәт производствоһы индексы үҫеүе күҙәтелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә быйылғы 11 ай йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 96,9 процент тәшкил итте, был республика күрһәткесенән – 95,2 % – юғарыраҡ. Был турала ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Һуңғы һөҙөмтәгә башлыса предприятиеларыбыҙҙың ноябрь айындағы эше йоғонто яһаны, — тине ул. – Был айҙа сәнәғәт производствоһы индексы  105,9 процент тәшкил итте. Әгәр бындай үҫеш тенденцияһы декабрҙә лә һаҡланһа, йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы  беҙҙә республика өсөн күҙалланған 97 проценттан юғарыраҡ булырға тейеш.

Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡалала дөйөм иҡтисади хәлде имен тип баһаларға мөмкин. Өфөлә бәләкәй эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, быйыл Өфөнөң 436 эшҡыуары ярҙам алды – был республика буйынса ярҙам алыусыларҙың 46 проценты.

Ҡалала уртаса эш хаҡы кимәле былтырғы менән сағыштырғанда 6,6 процентҡа артты һәм хәҙер 19512 һум тәшкил итә.

Әммә ҡаланың иҡтисади картаһында финанс көрсөгө тыуҙырған ҡара тамғалар ҙа һаҡлана әле. Мәҫәлән, республикалағы эш хаҡы буйынса бөтә бурыстың яртыһы тиерлек Өфө предприятиеларына тура килә. Баш ҡалала эшһеҙлек кимәле лә уртаса республика күрһәткесенән юғары – 2,27 процент. Ә хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш коэффициенты 3,22 тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн — сентябрҙә генә ул ни бары 1,5 ине.