7 декабрь, Шаршамбы

15 декабрь 2009 йыл, 16:58

Истанбулда профессор, доктор Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың хәтер көнө үткәрелә

автор: Әхәт Сәлихов

ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһының Генераль секретариаты һәм Истанбул университетының Евразия институты 2009 йылдың 21 декабрендә Истанбулда профессор, доктор Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың хәтер көнөн ойоштора. Сарала ғалимдың ҡыҙы — профессор Иҫәнбикә Туғандың, уның уҡыусыһы Гюльчин Чандарлыоглуҙың сығыштары көтөлә.

Сара сиктәрендә 2002 йылда БЮТ телеканалының “Хазина” ижади берекмәһе тарафынан төшөрөлгән «Тарих яҙыр инем ташына» фильмы (режиссеры Әхмәт Яҡупов, сценарий авторы Юлай Ғәйнетдинов) күрһәтеләсәк.

темалар: хәтер