7 декабрь, Шаршамбы

15 декабрь 2009 йыл, 16:44

Иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә бөгөн Шәжәрәне иң яҡшы төҙөүгә республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Конкурс БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм  Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолдо. Конкурсҡа йомғаҡ биш номинацияла яһалды. «Шәжәрәне тәфсирле, ентекле өйрәнгән өсөн» номинацияһында беренсе урынды Баймаҡ районынан Бикмәтовтар ғаиләһе яуланы. «Иң тәрән тамырҙар менән шәжәрә өсөн» номинацияһында беренсе урын Ауырғазы районының Мораҙым ауылы халҡына аҫаба башҡорттар шәжәрәһе өсөн бирелде. «Шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү барышында фәнни табыш өсөн» номинацияһында Ауырғазы районынан Мәғсүм Йәғәфәров менән Мөҙәрис Сафин еңеүселәр булды. «Шәжәрә төҙөгәндә оригиналлек һәм ижади ҡараш өсөн» номинацияһында беренсе урынды Дыуан районынан Алексей Осипов алды. Ахыр килеп, «Шәжәрә төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын файҙаланған өсөн» номинацияһында Әбйәлил районынан Азия Ниязова менән Илмира Мирхәйҙәрова иң яҡшылар булды.

Конкурсты ойоштороусылар үҙ номинацияларында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған  призерҙарҙы ла һәм тағы конкурстың 14 дипломантын билдәләне.

Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү республикабыҙ халҡы араһында йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай бара. Башҡортостандың күп ҡалаларында һәм ауылдарында шәжәрә байрамдары ойошторола һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға, уртаҡ йолалар нигеҙендә ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, үҙ ырыуыңдың, халҡыңдың һәм тыуған яғыңдың тарихын өйрәнеүгә йүнәлтелгән изге традицияға әүерелде. Хәҙер йәштәр араһында ла үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арта бара.

темалар: конкурстар