6 декабрь, Шишәмбе

15 декабрь 2009 йыл, 15:03

Халыҡ ижадын үҫтереү проблемалары тикшереләсәк

автор: Лиә Нәғимова

Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының мәҙәниәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре халыҡ ижадын үҫтереү проблемалары һәм перспективаларын тикшерәсәк. Был актуаль темаға арналған республика семинар-кәңәшмәһе 17-18 декабрҙә Өфөлә үтәсәк. Уны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм  Республика халыҡ ижады үҙәге.

Семинар-кәңәшмә программаһында халыҡ ижады жанрҙарының бөгөнгө хәлен, БР башҡарма власть органдарының мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген тикшереү, шулай уҡ 2010 йылға бурыстар билдәләү ҡаралған. Форум сиктәрендә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале лауреаттарын наградлау тантанаһы үткәреләсәк.

Семинарҙа БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ырымбур өлкәһе Өлкә халыҡ ижады методик үҙәге һәм Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.  

темалар: кәңәшмәләр