Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Һыуыҡ көндәрҙә республика уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа ла мөмкин

Йәмғиәт

Һыуыҡ көндәрҙә республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусыларына дәрескә бармаҫҡа ла мөмкин.

Башланғыс синыф уҡыусыларына 25 градус һыуыҡ булғанда, ҡалғандарға -30 градус температурала мәктәпкә бармаҫҡа рөхсәт ителә.

Был ваҡытта бөтә белем биреү учреждениелары — мәктәптәр һәм балалар баҡсалары — эшләүен дауам итә.

— Әгәр мәктәп йорт менән йәнәшә икән, һәм ата-әсәләр үҙ балаһын уҡырға ебәрергә теләһә, рәхим итһендәр. Уҡыусылар килһә, дәрестәр үткәреләсәк, — тип хәбәр итте БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов.  

Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҙна аҙағына тиклем көндәр һалҡын торасаҡ. Синоптиктар күҙаллауынса, көндөҙ һауа температураһы — 26-28 градус, төнөн 30-32 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть