10 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2009 йыл, 12:06

Прокурорҙар кешеләр күмәк йыйылған 870 объектты тикшерҙе

автор: Елена Макушина

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы подразделениелары һәм “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, республика прокуратура органдары тарафынан кешеләр күмәк йыйылыу урындарында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса 870 объект тикшерелде.  

Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 310 күрһәтмә бирелде; 144 күңел асыу йорто етәксеһе закон боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында иҫкәртелде; ғәйепле кешеләргә ҡарата административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 750-гә яҡын эш ҡуҙғатылды, шуларҙың 219-ы эшмәкәрлекте административ туҡтатып тороу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн судҡа йүнәлтелде.  

БР прокурорының өлкән ярҙамсыһы Лариса Кучина хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында күңел асыу йорттары, киске клубтар, ресторан һәм кафеларҙың янғын хәүефһеҙлеге нормалары һәм ҡағиҙәләрен,  пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу тәртибен күҙәтеүенә, шулай уҡ кешеләрҙе эвакуациялау осрағына көс һәм саралар булыуына айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Кучина күп биналарҙа стеналар һәм түшәмдәр яна торған материалдар менән биҙәлеүен, янғын осрағына кешеләрҙе эвакуациялау юлдарының әйбер менән тулы булыуын, кешеләргә хәбәр итеү системаһының, янғын һүндергестәрҙең булмауын билдәләне.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Өфөнөң Ленин районы прокуратураһы тарафынан «Пицца», «Д-Стиль», «Бурдон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә ҡарата янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар хаҡында енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар сығарылды. «Д-Стиль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата ҡарар 90 тәүлеккә эшмәкәрлеген административ туҡтатыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфөнөң Ленин районы судына ебәрелде.