5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2009 йыл, 10:37

Дәүләт граждандар хеҙмәтендә кадрҙар резервы тураһында

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «БР дәүләт граждандар хеҙмәтендә кадрҙар резервы тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, дәүләт хеҙмәтенә идара итеү органы ойошторолғанға тиклем кадрҙар резервын формалаштырыу буйынса бурыстар һәм функциялар БР Президенты Хакимиәте тарафынан башҡарыласаҡ, тип билдәләнде. Дәүләт органдары етәкселәренә кадрҙар резервын формалаштырыуҙы тәьмин итергә һәм өс ай эсендә БР Президентының Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте идаралығына тейешле мәғлүмәттәр һәм документтар тапшырырға ҡушылды.

Был Указдың үтәлешенә контроллек итеү БР Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.