3 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2009 йыл, 10:06

Мортаза Рәхимов Сергей Багапшты ҡотланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Сергей Багапшҡа Абхазия Республикаһы Президентын һайлауҙа еңеүе менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле Сергей Васильевич! Һеҙҙе Абхазия Республикаһы Президенты вазифаһына һайлауҙа ышаныслы еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең һыналған етәкселегегеҙ аҫтында республика ижад итеү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу, кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү юлынан барыуын ышаныслы дауам итер, тип ышанам. Беҙҙең дуҫтарса күп яҡлы хеҙмәттәшлегебеҙ ҙә артабан үҫешер.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Абхазия халҡы именлеге хаҡына яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйем!

Хөрмәт менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".