9 декабрь, Йома

15 декабрь 2009 йыл, 9:46

“Старт-ап” программаһы үҙен аҡланы

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Раил Сарбаев «Старт ап» программаларын тормошҡа ашырыуға баһа бирҙе.

– Программа йүнәлештәренең береһе – «Старт ап» – буйынса ғына быйыл 1800 эш урыны булдырылды, – тине Раил Сарбаев. – Уларҙың һәр береһенең түләүле хеҙмәтен тәьмин итеп, беҙ тотош ғаләне тәьмин итәбеҙ.

Әгәр бөтә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү программаһы  1,8 миллиард һумды үҙләштереүгә иҫәпләнһә, бизнесты үҫтереүҙең башланғыс стадияһында эшҡыуарҙарға ярҙамға 116 миллион һум ҡаралған. Апрелдән алып үҙ эшен башлаусы 406 бизнесмен уртаса 286-шар мең аҡса алды.

Бизнесты башлауға маҡсатлы бүленгән аҡса алыусыларҙың дөйөм ағымында етештереү һәм эшкәртеү өлөшө – 33,9 процент, ауыл хужалығы предприятиелары – 31, хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү 28,4 процент тәшкил итте – Программа тарафынан был өс йүнәлеш «старт ап» өсөн эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәре сифатында һайланды.