5 декабрь, Дүшәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 17:37

Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары өсөн семинар үткәрелә

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 18 ғинуарынан 22-һенә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтарының семинары үткәреләсәк.

Семинар Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Бойороғона ярашлы үткәрелә.

Семинарҙы ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы.

Семинар урындағы үҙидараға реформа үткәреү буйынса берҙәм дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтарының профессиональ кимәлен күтәреү маҡсатында үткәрелә.

Семинарға Мәскәүҙән Һәм Волга буйы федераль округынан фәнни эшмәкәрҙәр, Федерация Советының урындағы үҙидара буйынса комитет вәкилдәре саҡырыласаҡ.