Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Беренсе ит йәрминкәһендә 254 тонна ит һатылды

Иҡтисад

Уҙған ял көндәрендә республика баш ҡалаһында тәүге ит йәрминкәләре үтте. Сауҙа ҡаланың 11 майҙансығында йәйелдерелде. Яңы йыл алды ит рәттәре ассортименты ярайһы уҡ бай булды. Ауыл эшсәндәре ҡала халҡына һыйыр, сусҡа, ҡош-ҡорт иттәре тәҡдим итте. Һатып алыусылар алдағы ҡышҡа ит запастары туплай алды. Хаҡтар ҙа артыҡ ҡиммәт булманы. Мәҫәлән, һыйыр һәм сусҡа иттәрен килограмын 120-200 һумдан һатып алырға мөмкин ине. Һарыҡ ите бер аҙ ҡиммәтерәк булды. Килограмы 200 һумдан 250 һумға тиклем.

Ғәҙәттә, Яңы йыл өҫтәлендә мотлаҡ ашамлыҡ – ҡаҙ һәм өйрәк ите. Байрам алдынан ҡош-ҡорт итенә һорау айырыуса ҙур була. Уртаса 4 килограмлыҡ ҡаҙ итен мең һумға һатып алып булды, өйрәктәр бер аҙ арзаныраҡ – килограммы 130-200 һум һәм тауыҡтар – 50 һумдан 150 һумға тиклем.

Баш ҡаланың ҡулланыу баҙары идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике йәрминкә көнөндә бөтәһе 254 тонна ит һәм 11 тонна ҡош-ҡорт ите һатылды. Көндәр һыуыҡ булыу арҡаһында йәшелсә килтерелмәне. Әммә бал килтергәйнеләр. Ул 500 килограмм самаһы һатылды. Ит йәрминкәләре шул уҡ майҙандарҙа киләһе ял көндәрендә лә дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть