11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 16:49

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәмәғәт йәштәр палатаһы ултырышы

автор: Марина Шумилова

Ҡазанда Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәмәғәт йәштәр палатаһы ултырышы үткәрелде.

Унда Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Виктория Черкесова, Думаның Йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Павел  Тараканов ҡатнашты. Башҡортостандан был ултырышҡа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе, Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһының Йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Руслан Ғизәтуллин барҙы.

Ултырышта ҡатнашыусылар Йәштәр палатаһы регламентын, шулай уҡ төбәктәрҙең Йәштәр палаталары күтәргән башланғыстарҙы тикшерҙе. Улар иҫәбендә Башҡортостан Йәштәр палатаһы тәҡдим иткән “Йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләренә дәүләт ярҙамы тураһында” Федераль законға төҙәтмәләр индереү тураһында закон проекты ла бар.

Ултырышта Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәмәғәт йәштәр палатаһы менән Федерация Советы ҡарамағындағы Йәштәр парламент ассамблеяһы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ултырыш аҙағында РФ Йәштәр палатаһының ҡайһы бер ағзаларына Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Светлана Журова ҡул ҡуйған Рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларҙың береһе Руслан Ғизәтуллин исеменә яҙылғайны.