Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Гендер сәйәсәте проблемалары тикшерелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар йортондағы кәңәшмәлә бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау проблемаһы ла тикшерелде. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙә һәм республикала гендер сәйәсәте өлкәһендәге хәл тураһында доклад менән социология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының ғәмәли социология кафедраһы мөдире Флүрә Борханова сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын сикләүгә ҡағылышлы хәл ителмәгән мәсьәләләр күп әле.

— Элеккесә эшкә алғанда, юғарыраҡ эш хаҡы билдәләгәндә, карьера баҫҡысы буйлап үрләткәндә ирҙәргә өҫтөнлөк бирелә, — тине Флүрә Борханова. – Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ йышыраҡ эшһеҙ ҡала. Улар түбәнерәк эш хаҡы менән вазифаларға ҡуйыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть