10 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 15:53

Раил Сарбаев: «Тыумыштан йөрәк сирле балаларҙы ҡотҡарыуҙа һәр кем ҡатнаша алды»

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

14 декабрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры эргәһендәге кәңәшмәлә Башҡортостанда үткән “Изгелек ҡыл балаға” акцияһы йомғаҡтары иғлан ителде.

– Акция барышында республика халҡы һәм ойошмалар 10 миллион һум аҡса йыйҙы.  Бөгөн бер операция 200 мең һум самаһы тора. Хәҙер 50-ләп бала хирургик дауалауға сертификат ала аласаҡ, — тип хәбәр итте Раил Сарбаев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республика билдәле кардиохирург, «Милләттәр сәләмәтлеге лигаһы» президенты Лео Бокерияның акцияһын хуплап сыҡты.

– Тыумыштан йөрәк ауырыуынан тулыһынса һауыҡтырырға мөмкин һәм операция яһатҡан пациенттар киләсәктә тулы ҡанлы тормош алып бара аласаҡ, — тине Раил Сарбаев. – Ошо инициатива арҡаһында һәр кем бәләкәй кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуҙа ҡатнаша алды.

Премьер шулай уҡ, иң тәүге средстволар «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән килде — элемтәселәр саҡырыуға беренсе булып яуап бирҙе, тип билдәләне.