3 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 15:31

Швейцария манаралары яҙмышын Өфөлә тикшерҙеләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Швейцарияның Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе секретары Лео Трембле менән осрашыу ваҡытында Швейцарияла манаралар төҙөүгә ҡаршы үткәрелгән референдум һөҙөмтәләренә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе.

Лео Трембле хәбәр итеүенсә, Швейцария Хөкүмәте 29 ноябрҙә үткәрелгән халыҡ референдумы һөҙөмтәләре буйынса илдә манаралар төҙөүҙе тыйҙы. Ул саҡта Швейцария халҡының 57,7 проценты манараларға ҡаршы үҙ фекерен белдерҙе. Был ҡарар Европа матбуғатында ҙур бәхәс тыуҙырҙы, һәм журналистар, Швейцарияның ислам донъяһы менән мөнәсәбәттәре насараясаҡ, тигән һығымта яһай.

— Бындай ҡарар ҡайһы бер Швейцария сәйәсмәндәре яғынан уйланылмаған аҙым булып тора, — тип иҫәпләй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин. – Төрлө конфессиялар вәкилдәре цивилизациялар диалогына ынтылған һәм бөтә донъя берләшмәһендә тыныслыҡты һәм именлекте яҡлау өсөн сығыш яһаған саҡта был бөтөнләй килешмәгән хәл.  

темалар: дин