11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 15:01

Профсоюздар эш хаҡын күтәреү юлдарын эҙләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар Федерацияһы Советы президиумының Профсоюздар йортонда үткән ултырышында төп тема булып эш хаҡы түләү буйынса яңы системаларҙы тормошҡа ашырыу торҙо.

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн хеҙмәт хаҡы түләүҙең яңы системаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда тармаҡ эшсе төркөмдәре ойошторолдо, уларҙың составына профсоюзов, БР Финанс министрлығы һәм БР Хеҙмәт һым халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре инә.

Республикабыҙҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн ултырышта ҡатнашыусылар муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән 2010 йылда эш хаҡын  инфляция кимәленән кәм булмаған күләмдә индексациялауға, аҙ алып эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреүгә өҫтәмә средстволар бүлеүгә, хеҙмәт хаҡы фондында дәртләндереү түләүҙәре өлөшөн кәмендә 30 процентҡа еткереүгә йүнәлтелгән эш алып барырға ҡарар ителде. БР профсоюздары фекеренсә, айырыуса бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. 2010 йылда ул республика буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә еткерелергә тейеш.

темалар: профсоюздар